хадия д.л. акбарова 10а

Post on 11-Jan-2017

49 Views

Category:

Education

4 Downloads

Preview:

Click to see full reader

TRANSCRIPT

Әҡбәрова Мәҙинә 10 A

Дәүләтшина Һәҙиә

Лотфулла ҡыҙы

05.03.1905 — 05.12.1954 

Башҡорт яҙыусыһы, 1967 йылда үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 

Башкирская писательница, посмертно удостоена самой первой Республиканской премии им. Салавата Юлаева в 1967 году.

Тормош юлы

• 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең Хәсән ауылында тыуған, хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы.

• Хадия Давлетшина родилась в деревне Хасаново Николаевского уезда Самарской губернии, ныне Большечерниговский район Самарской области.

Ун биш йәшлек Һәҙиә күрше ауылға уҡытыусы булып китә, һуңынан Һамар педтехникумында, аҙағыраҡ Өфө пединститутында педагогик белем ала.

1927 йылдан Дәүләтшина – балалар йортонда тәрбиәсе.

1932-1933 йылдарҙа – редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институты студенты. 

Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы бөтә илгә билдәле була. Романдың айырым

өҙөктәре 30-сы йылдарҙа уҡ баҫыла. Әммә репрессиялар уның ижадына аяҡ сала. 1937

йылда Һәҙиә ҡулға алына, ире халыҡ дошманы булараҡ атып үлтерелә. Биш йыл

лагерҙа ултырып ҡайтҡандан һуң Дәүләтшинаға Бөрөлә генә йәшәргә рөхсәт

ителә, әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла. Оҙаҡ йылдар Һәҙиә йәбер-золомға дусар булып йәшәй,

ғүмерен матди мохтажлыҡта үткәрә.

Яҙыусы романына 50-се йылдар башында ғына әйләнеп ҡайта. Роман-эпопеяла башҡорт халҡының

1902-1922 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларға бай тормошо сағыла. Был ысын мәғәнәһендә

монументаль әҫәр. Китап иртә етем ҡалған ауыл егете Айбулат Айҙаровтың яҙмышы, уның

революцияға ылығыуы, шәхес булып формалашыуы хаҡында һөйләй. Әммә әҫәрҙең төп геройы – халыҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һәҙиә үҙенең төп романының баҫылып сыҡҡанын күрмәй. Ул 1954 йылдың 5 декабрендә Бөрөлә вафат

була, ә китап 1957 йылда ғына сыға.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Әҙерләне: Әкбәрова Мәҙинә, 10 класс уҡыусыһы.

Уҡытыусы: Фазылова Гөлнәзирә Рәшит ҡыҙы

top related